Башҡортостан
+1 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 13:58
Бысаҡ менән ҡурҡытып аҡса таптырған...
Бер мәл теге ир эскә килеп инә һәм кеҫәһенән паспорт урынына... бысаҡ килтереп сығара ла хеҙмәткәрҙән аҡса таптыра башлай.
Фото:ufa.mk.ru
Өфө ҡалаһының 5-се полиция бүлегенең дежур часына 22 йәшлек ҡатын шылтыратып, көндөҙ, эш ваҡытында, микрозайм офисына бер ирҙең баҫып инеп, бысаҡ менән ҡурҡытып, кассала булған аҡсаны талап ҡасыуын белдерә.
Асыҡланыуынса, микрозайм офисы хеҙмәткәре клиенттың ишекте аса алмай интегеүенә иғтибар итә һәм ярҙам итергә теләп, ым менән ишекте нығыраҡ тартырға кәңәш итә. Бер мәл теге ир эскә килеп инә һәм кеҫәһенән паспорт урынына... бысаҡ килтереп сығара ла хеҙмәткәрҙән аҡса таптыра башлай. Ҡурҡҡан ҡатын яуыз ниәтле иргә кассала булған ни бары 2,5 мең һумды тоттора. Уғры тиҙ арала аҡсаны алып, енәйәт урынынан һыпырта.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында ғәйепләнеүсенең эҙенә төшәләр. Еңел генә байырға уйлаған ирҙең элек төрмәлә ултырып сыҡҡан 30 йәшлек Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылы кешеһе булыуы асыҡлана. Ғәйепләнеүсе ғәйебен таныған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять