Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 15:20

Дипломһыҙ көйө дауаларға уйлаған...

27 йәшлек "шәфҡәт туташы" Ҡалтасы дауаханаһына нисек эләккән?

Фото: resbash.ruФото: resbash.ru
Фото: resbash.ru
Ҡалтасы районынан бер ҡыҙ ялған диплом менән район үҙәк дауаханаһына эшкә урынлашҡан.
Әле урындағы прокуратура был медицина учреждениеһында хеҙмәт ҡануниәтенең нисек үтәлгәнен тикшерә. Асыҡланыуынса, быйыл майҙа 27 йәшлек Ҡалтасы кешеһе үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегенә шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Ҡыҙ ошо һөнәр буйынса урта махсус белемгә эйә булыуы тураһындағы дипломын күрһәтә.
Тик бер аҙҙан был документтың ялғанлығы асыҡлана, уны ҡыҙ таныш булмаған бер ҡатындан 40 мең һумға һатып алған.
Әлбиттә, прокуратура тикшереүе материалдары енәйәт-хоҡуҡ баһалама тикшереү органдарына ебәрелеп, шуның һөҙөмтәһендә енәйәт эше ҡуҙғатылған. "Аҡ халатлы" шәфҡәт туташы үҙ теләге менән эштән киткән.
Читайте нас