Бөрйән районы прокуроры эшҡыуарҙан алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыуҙы талап итеп, судҡа мөрәжәғәт иткән. Сәбәбе – алкоголь менән сауҙа итеү ҡағиҙәләрен боҙоуында.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, һыра һатылған “Хазина” кафеһы ишегенән “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһе ҡоймаһына тиклем ара 44 метр тәшкил итә. Ә комплекс бинаһында “Мәсем” үҫмерҙәр клубы урынлашҡан. Законға ярашлы, алкоголь эсемлектәр бәлиғ булмағандар өсөн тәғәйенләнгән учреждениеларҙан 100 метрҙан да кәм булмаған алыҫлыҡта урынлашырға тейеш.
Прокуратураның талабы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде.