Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 21:34

“Миңә фатир кәрәк”

Ошо хаҡта асыҡтан-асыҡ белдерә Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров.

Фото: kudago.com
Фото: kudago.com
Ошо хаҡта асыҡтан-асыҡ белдерә Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров.
"Мин – халыҡ артисы, шул уҡ ваҡытта 1953 йылда төҙөлгән бәләкәй генә ике бүлмәле фатирҙа торам. Ҡатыным үҙе йөрөй алмай, беренсе төркөм инвалиды. Инде 33 йыл тығыҙ бүлмәләрҙә инвалид коляскаһында йөрөй. Ошо йылдарҙа мин уны ҡарайым.
Әйткәндәй, ҡатыным 22 йыл Башҡорт дәүләт академия драма театрында грим һалыу цехы мөдире булып эшләне, һаулығын гастролдәр мәлендә юғалтты. Беҙ яҡшы шарттарҙа йәшәү хоҡуғына лайыҡ түгелбеҙме? Мин – ижад кешеһе, шиғырҙар, йырҙар яҙам, фекер туплау өсөн тыныс мөйөш кәрәк. Әйткәндәй, закон буйынса ла өҫтәмә майҙанға хоҡуғым бар", – тип үҙен борсоған мәсьәлә менән уртаҡлаша яратҡан артисыбыҙ.
Читайте нас