Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 00:58

Настя яҡты донъяны күрһен!

Был ҡыҙҙы бына нисә йыл инде республика, ил, хатта донъя табиптары тикшергән, әммә бер нисек тә яуаплы операцияны эшләргә йөрьәт иткән кеше табылмаған.

Фото: Izgelek.com
Фото: Izgelek.com
Был ҡыҙҙы бына нисә йыл инде республика, ил, хатта донъя табиптары тикшергән, әммә бер нисек тә яуаплы операцияны эшләргә йөрьәт иткән кеше табылмаған.


Эш шунда: биш йәшлек Настяның тыумыштан бер күҙе күрмәй, ә икенсеһе яҡтылыҡты бер аҙ ғына тойомлай икән. Бәләкәстең күҙенең тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеү өсөн генә операциялар яһағандар, әммә күреү һәләтен ҡайтарыу өсөн скальпель тоторға берәү ҙә ҡыймаған.


Ниһайәт, ошондай мөмкинлек килеп сыҡҡан: Германияның бер клиникаһы бәләкәй Настяның күҙенә операция эшләү хаҡында ризалыҡ белдергән. Тик бер операцияның хаҡы 900 мең һум тәшкил итә. Өҫтәүенә, юл өсөн 100 мең һум кәрәк. Ә бәләкәстең ата-әсәһенең был сумманы табырлыҡ матди хәле юҡ. Шуға күрә ғаилә “Изгелек” фондына мөрәжәғәт иткән. Фонд был хаҡта эшҡыуарҙарға еткергән. “Жилстройинвест” фирмаһы етәксеһе Ринат Сәлихов кәрәкле сумманың яртыһын түләргә булған.


Беҙ бәләкәй Настяға операцияның уңышлы үтеүен һәм уның ата-әсәһен, яҡындарын, был матур донъяны күреү мөмкинлегенә эйә булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас