Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы биш йылда илдә Даун синдромы менән тыуған балалар 30 процентҡа артып, 19 меңгә еткән.
Генетиктар быны ҡатын-ҡыҙҙың һуң ауырға ҡалыуы, Даун булыуы асыҡланғас та, сабыйҙан ҡотолорға теләмәүе менән аңлата. 40 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙа ундай ҡурҡыныс туғыҙ тапҡыр арта икән.