Йәмғиәт
22 Октября 2019, 11:41

Төндә күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй саба торғас...

Баш ҡаланың Менделеев менән Генерал Горбатов урамдары киҫелешендә ҙур авария булған: бер юлы бер нисә автомобиль бәрелешкән.

Фото: социаль селтәрҙән.Фото: социаль селтәрҙән.
Фото: социаль селтәрҙән.
Үткән төндә Менделеев менән Генерал Горбатов урамдары киҫелешендә ҙур авария булған: бер юлы бер нисә автомобиль бәрелешкән. Шаһиттар әйтеүенсә, уларҙың береһе йәйәүлегә төкөгән. Ике сит ил автомобиленең бәрелешеүенән металдар сыңы әллә ҡайҙарға ишетелде, тип һөйләй ошо тирәнән осраҡлы ғына үтеп барыусылар.


Аҙаҡ асыҡланыуынса, бер автомобиль икенсеһенә юл бирмәгән, шуның арҡаһында өсөнсөһөнә лә эләккән. Был мәлдә юл аша үтеп барған ҡыҙҙы юлдан ситкә осҡан автомобиль бәрҙергән. Ваҡиға урынына автоинспекция хеҙмәткәрҙәре, ике бригада "Ашығыс ярҙам" килеп еткән. Ҡыҙҙы табиптар дауаханаға алып киткән, әлегә хәле билдәһеҙ. Белгестәр ваҡиғаны асыҡлай, һәләкәт сәбәбен тикшерә.


Ошо тирәлә йәшәгән кешеләр әйтеүенсә, был юл ҡалалағы иң хәүефле урындарҙан һанала. Бигерәк тә төндә водителдәр был тирәлә юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай, йәйәүлеләр сыға торған ерҙә тиҙлекте лә кәметмәй, шул сәбәпле кешеләрҙең юл аша оҙаҡ сыға алмай тороуын йыш күрергә була.
Читайте нас