Зөлфәт Ғатауллин М-5 юлында бер ғаиләне үлемдән ҡотҡарып алып ҡала: уларға табан осоп килгән тәгәрмәсте туҡтата.
Инцидент М-5 юлының Ураҙбахты ауылы янында була. Китеп барған фураның тәгәрмәсе ысҡынып китә һәм йәшен тиҙлегендә ҡаршы һыҙаттағы «Нива» машинаһына табан оса. Шул мәлдә, бәхеткә күрә, Зөлфәт Ғатауллин көрәкле тракторы менән тәгәрмәсте туҡтатыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә, «Нива»лағы кешеләр оло бәләнән ҡотола.
Шатлыҡтарынан улар Зөлфәтте фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һала һәм сикһеҙ рәхмәтен белдерә.
Баҡтиһәң, Зөлфәт Ғатауллин федераль юл хеҙмәтендә тракторсы булып эшләй икән. Йыл әйләнәһенә М-5 трассаһының «Мирный – Дема» участкаһын хеҙмәтләндерә.
Ысынлап та, Зөлфәт ҡыйыу егет, ул булмаһа ваҡиғаның ни менән бөтөрөн уйлауы ла ҡурҡыныс.