Йәмғиәт
21 Октября 2019, 19:45

Һуңғы күрешеүебеҙ булған икән...

Ә пландары шул тиклем күп ине...

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Республикала юл-транспорт ваҡиғаларында көн дә кешеләр ғүмере өҙөлөүе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик йыш теркәлеп тора. Ә инде уларҙың һәр береһе артында ғаилә өсөн оло юғалтыу, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы ятыуын яҡындарын юғалтҡан һәр кем яҡшы аңлай.


Уҙған аҙна аҙағында Өфө-Белорет юлындағы аварияла 50 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлдө. Ул – Белорет районында билдәле кеше, эшҡыуар, Белорет район ҡулланыусылар йәмғиәте директоры Марсель Мортазин.


Сентябрҙә Белоретҡа эш сәфәре менән барғанда, беҙ уның эш кабинетында осрашып, киләһе командировкаға килгәндә әңгәмә ҡорорға тип килештек. Шул саҡта ул ихлас йылмайып: "Рәсәй телевидениеһының 1-се каналынан беҙҙең хаҡта тапшырыу әҙерләргә теләк белдереп шылтыраттылар, баш тарттым. Үҙебеҙҙең "Башҡортостан" гәзитенә, хөрмәт йөҙөнән, әңгәмә бирәсәкмен. Әле ҙур эштәрҙе бойомға ашырырға кәрәк, шулар килеп сыҡҡас инде", - тине.


Марсель Марат улы етәкселек иткән ҡулланыусылар йәмғиәтенең райондың ауылдарында сауҙа нөктәләре эшләй, "Инйәр" юл кафеһы ла уларҙың ҡарамағында. Әммә ул сауҙа менән генә сикләнмәйсә, етештереү тармағын да яйға һалыу маҡсатында ҙур проекттарға тотонғайны. Мәҫәлән, Үрге Арша ауылында пихта майын сығарыуҙы дауам итеү өсөн документтар юллап, һуңғы осорҙа Өфө юлын тапаны. Инде ике йыл рәттән Николаевка, Мәхмүт ауылы халҡы өсөн өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге тыуҙырып, уларҙан боланут үләне япраҡтарын ҡабул итте.


"Ниңә улар, сөнки урындағы халыҡ сифатлы итеп йыя, бөтә ауыл менән. Улар йәй аҡса эшләп, балаларын мәктәпкә әҙерләй, донъяларын бөтәйтә. Төпкөлдә башҡаса аҡса эшләү юлдары юҡ. Беҙ күптәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ – Башҡортостан, Мәскәү, Красногорск өсөн боланут сәйе әҙерләйбеҙ. "Белорет" ауыл хужалығы ҡулланыусылары йәмғиәте төҙөнөк. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы аша ярҙам алып, ауылдарҙа кооперацияны үҫтерәсәкбеҙ", - тип ҡыҫҡа осрашыу ваҡытында бихисап пландары менән уртаҡлашып өлгөргәйне ул.


Көтмәгәндә, фажиғәле осраҡ Марсель Марат улының ғүмерен ҡыйҙы. Тормошто яратып, ҡанатланып йәшәгән кешеләр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аңһыҙ ҡаза ҡорбанына әйләнә.


Марсель Мортазиндың үлеме хаҡында хәбәр таралғас, социаль селтәрҙә уның тураһында тик йылы һүҙҙәр генә яҙҙылар. Беҙ ҙә уны "Һәйбәт кеше ине", - тип кенә иҫкә аласаҡбыҙ һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас