Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 15:32

WhatsApp миллиардер иткән

Тәүҙә талонға тамаҡ туйҙырып йөрөп...

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
WhatsApp ҡушымтаһын уйлап тапҡан Ян Коум йәшлегендә бик ауыр йәшәгән, талонға тамаҡ туйҙырған.
Ул Украинала тыуа, унан һуң АҠШ-ҡа күсеп китә. Атай-әсәһе вафат булғас, уҡыуын ташлай һәм интернет-компанияла эшләй башлай. Һуңыраҡ танышы Брайан Актон менән мобиль ҡушымта уйлап табып, шунан байып киткән.
Хәҙер 43 йәшлек Ян Коумбдың байлығы 9,2 миллиард доллар тип баһалана.
Читайте нас