Йәмғиәт
22 Октября 2019, 11:08

Йыуғыс та йыуаныс һәм табыш сығанағы була ала икән

Мунса-фәләнгә барһағыҙ, ифрат уңайлы: әйтәйек, “Ләйсән”, “Фидан”, “Гөлсөм” тигән гигиена сараһын берәү ҙә башҡаныҡы менән бутамаясаҡ.

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.Фотолар геройҙың шәхси архивынан.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.
Һәр кешенең күңеленә ятҡан шөғөлө булырға тейеш. Кемдер сәскә үҫтерә, кемдер һүрәт төшөрә, кемдер бәйләм бәйләй, тигәндәй. Ваҡытыңды, көсөңдө сарыф иткән шөғөл бер аҙ табыш та килтерһә, бигерәк яҡшы. Быны, әлбиттә, бизнес тип атау урынһыҙҙыр, мәгәр инештән йылға башланғанын онотмайыҡ.


Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән милләтәшебеҙ Гөлдәр Ғайсина ла үҙ йүнәлешен тапҡан. Ул көсөн бөтөнләй көтөлмәгән өлкәлә һынап ҡараған: уңғанбикә йыуғыстар бәйләй, әммә ябайын түгел, исемлеһен. Эйе-эйе, яңылышманығыҙ. Мәҫәлән, мунса-фәләнгә барһағыҙ, ифрат уңайлы: әйтәйек, “Ләйсән”, “Фидан”, “Гөлсөм” тигән гигиена сараһын берәү ҙә башҡаныҡы менән бутамаясаҡ.


Хәйер, башҡа ҡул эштәрен дә үҙ итә Гөлдәр. Бында ла үҙ йүнәлешен табырға тырыша. Мәҫәлән, башҡа оҫтабикәләр кеүек носки түгел, ә балалар өсөн ыҡсым ғына итектәр ҙә бәйләп ҡуя.


– Баймаҡ районында тыуып үҫтем. Утыҙ йәштәмен, ғаиләм менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәйбҽҙ. Уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкәс, атайым һәм әсәйем юлынан киттҽм, Магнитогорск дәүләт университетын тамамлап, балалар баҡсаһында ике йыл эшләгәс, яңылышҡанымды аңланым. Яҡындарым менән кәңәшләшеп, медицина колледжына уҡырға индем. Хәҙер, өсөнсө курс студентымын. Бәйләргә әсәйемдән өйрәндҽм. Иң тәүҙә үҙемә, ғаиләмә бәйләп ҡараным. Аҙаҡ заказға һораусылар табылды. Дөрөҫөн әйткәндә, беренсе заказдарҙы ҡурҡып ҡына алдым, оят һымаҡ ине, хатта. Хәҙер өйрәндем, бәйләп кҽнә өлгөр, – ти Гөлдәр шөғөлө тураһында.


Бына шундай уңған һәм үҙенсәлекле фекерләүсе замандашыбыҙ йәшәй күрше өлкәлә.
Читайте нас