Билдәле Өфө блогеры Дмитрий Эйгенсон Fasebook селтәрендә яҙыуынса, сит ил кешеһе уның исемен, фотоларын ҡулланып, бер ҡатынды алдаған, дөрөҫөрәге, аҡса алған да кире ҡайтармаған. Ә сумма ҙур ғына – 178 мең һум!
“Ниндәйҙер русса насар һөйләшкән әҙәм минең исемдән, йәнәһе лә, ҡыҙымды яңғыҙ үҫтерәм, аҡса еткерә алмайым, тип йәлләтеп һөйләп, изге күңелле бер ҡатындан бурысҡа аҡса алған. Әлбиттә, уны кире бирергә уйламай ҙа. Ышандырыу өсөн ҡыҙымдың минең менән төшкән фотоһын да ҡуйған. Алдаҡсының тоҙағына эләккән ҡатын йәл, әммә ярҙам итә алмаҫмын тип ҡурҡам”, – тип яҙған Дмитрий.
Мут әҙәмдәр еңел генә аҡса эшләү өсөн бер ниндәй ысулдан да сирҡанмай, уларҙың алдаҡ тоҙағына эләгеп тороусылар ҙа етәһе. Аҡса менән ярҙам итегеҙ тип яҙған хәбәрҙәрҙе әҙерәк тикшереп булалыр бит. Иғтибарлы, уяу булайыҡ, алдаҡсыларҙы үҙебеҙ үк шаштырмайыҡ.