Октябрьский ҡалаһында үҙе йәшәп ятҡан фатирҙа 6-сы класс малайының кәүҙәһе табылған. Шуныһы: 12 йәшлек малайҙың эргәһендә ниндәйҙер бау ҙа ятҡаны билдәле.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре фажиғә урынынан ҡул эҙҙәрен, кеҫә телефонын, ноутбукты, бау өлөштәрен алғандар.
Бала менән ни булғаны тураһында әлегә билдәле түгел. Полиция фажиғә урынында тикшереү алып бара.