Йәмғиәт
23 Октября 2019, 16:35

Иртән уянып ишеген асһа...

Был ҡалдырылып киткән бүләктән ҡатындың иҫ-аҡылы китә.

Фото: Bash.newsФото: Bash.news
Фото: Bash.news
Был ҡалдырылып киткән бүләктән ҡатындың иҫ-аҡылы китә.
Беләһегеҙме ул нимә булып сыҡҡан? Ҡалдырылған ҡап эсендә йылан ятҡан! Өҫтәүенә ул республикала көн күргән түгел, ә йылы илдәрҙә йәшәгән тигр төҫөндәге альбинос булып сыҡҡан.
Инна уны “Персик” тип атаған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, йылан ҡул буйлап йөрөргә өйрәнгән инде, эргәһендәге бесәйҙе лә тиҙ генә үҙ иткән. Баҡтиһәң, ул айына бер тапҡыр туңдырылған ит, бүҙәнә йәки ҡомаҡ менән туҡланған. Ул фатирҙа өшөмәһен өсөн фатирҙа хатта иҙәнде алмаштырғандар.
Ниңә йыланды тап Иннаның ишек төбөнә ҡалдырып киткәндәр тип уйлайһығыҙмы? Сөнки ул – аквасалон хужаһы. Шуға ҡатын ишеге төбөндә күберәк бесәй, эт балаларын таба икән.
Читайте нас