Стәрлетамаҡ үҫмерен хәҙер республика, ил генә түгел, хатта тотош донъя белә.
Һүҙебеҙ – Михаил Мортазин хаҡында. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул социаль селтәрҙәрҙә яҡшы ғына аҡса эшләй икән. Уның инстаграмм-аккаунтында хәҙер – 4,5 миллион яҙылыусы. Уйлап тапҡан ҡушымтаһы ла – интернет-юзерҙар араһында иң киң танылғандарҙың береһе. Ә ул әле хатта мәктәпте лә тамамламаған.
Баҡтиһәң, тотош донъялағы социаль селтәрҙәр менән ҡулланыусылар Михаил уйлап тапҡан битлекте кейеп, уйынға күҙ ҡарашы менән генә идара итә ала. Әммә улар ошо киң танылыу яулаған ҡушымтаны уйлап тапҡан кешенең Стәрлетамаҡтағы бер үҫмер генә икәнлеген күҙ алдына ла килтермәй.
Үткән йәй эсендә генә “Dvoshansky” блогеры ярты миллион һумға тиклем аҡса эшләгән. Уға ошо хаҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптә инша яҙырға тура килмәгән, сөнки ул белем усағын ташлаған. Ә программалаштырыу буйынса дәрестәрҙе үҫмер интернет-видеоларҙан ҡарап алған.
Аҡса эшләүҙең был юлы Михаилды ирекле, йәғни теләгән ваҡытында һәм урынында аҡса эшләй алыуы менән ҡыҙыҡтыра икән.