Йәмғиәт
22 Октября 2019, 19:39

Рөстәм НӘБИЕВ: "Мин сит ғаиләлә үҫтем"

–Бабайыбыҙ бик уҫал кеше ине. Тәүҙә ул беҙҙе алыуға ҡаршы килгән.

Фотолар Р. Нәбиевтең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.Фотолар Р. Нәбиевтең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Фотолар Р. Нәбиевтең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Омск ҡалаһында казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалған десантсы Рөстәм Нәбиев тормошта ла, социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Халыҡты, тиҫтерҙәрен ауырлыҡтар алдына юғалып ҡалмаҫҡа, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәргә өйрәтә.
"Әсәйем үлгәндә миңә ни бары 1 йәш тә 3 ай, ә ағайыма 4 йәш тә 9 ай булған, – тип хәтирләргә бирелә ул. – Беҙҙе атайымдың бер туған апаһы үҙенә алған. Бындай етди аҙымға һәр ғаилә бара алмаҫ ине. Эйе, беҙ әбейебеҙгә ят булмаһаҡ та, уның ғаиләһе өсөн сит инек. Уларҙың үҙҙәренең дә алты һәм туғыҙ йәшлек малайҙары булған. Бабайыбыҙ бик уҫал кеше ине. Тәүҙә ул беҙҙе алыуға ҡаршы килгән. Уны аңларға мөмкин, ул заман ауыр булған бит. Шулай ҙа ризалашҡан. Бәлки, йәлләгәндер...
Беҙ һәр ваҡыт яратылып үҫтек. Бер кем дә рәнйетмәне, бармаҡ менән дә төртмәне. Бөтә нәмәне тигеҙ бүлделәр. Бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөргә өйрәттеләр. Ә эш һәр ваҡыт күп ине. Уларға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәм".
Читайте нас