Йәмғиәт
23 Октября 2019, 17:15

Сырлы туҡмас

Туҡмасты төрлөсә әҙерләп була. Мин бөгөн духовкала әҙерләнгәненең рецебын тәҡдим итәм. Эре туҡмас алһаҡ, һәйбәтерәк булыр.

Туҡмасты төрлөсә әҙерләп була. Мин бөгөн духовкала әҙерләнгәненең рецебын тәҡдим итәм. Эре туҡмас алһаҡ, һәйбәтерәк булыр.
Туҡмас – 400 грамм
Ҡаты сыр – 200 грамм
Һөт – 200 грамм
Йомортҡа – ике дана
Һарымһаҡ – ике тырнаҡ
Он – ике аш ҡалағы
Аҡ май – ике аш ҡалағы
Тоҙ, борос, тәмләткестәр.
Тәүҙә тоҙло ҡайнаған һыуҙа туҡмасты бешереп алабыҙ. Тишек сүмес аша һыуыҡ һыуҙа сайҡатабыҙ.
Утты тоҡандырып, табала аҡ майҙы иретәбеҙ, он ҡушабыҙ, төйөнө бөткәнсе бутайбыҙ. Уға һөт өҫтәйбеҙ, ҡуйыра башлағас, сыр ҡушып болғатабыҙ ҙа уттан алабыҙ. Әҙер соусҡа борос һибәбеҙ.
Айырым һауытта йомортҡаны туғыйбыҙ, һарымһаҡты ваҡлайбыҙ, туҡмасҡа өҫтәйбеҙ.
Артабан туҡмасты әҙер сыр соусы менән бутап, аҡ май менән майланған формаға һалабыҙ, өҫтөнә тәмләткестәр һибәбеҙ.
Духовканы 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ ҙа 30 минут тирәһе өҫтө ҡыҙарғансы бешерәбеҙ.
Pinterest.ru
Читайте нас