Йәмғиәт
23 Октября 2019, 16:15

Һөттә шарлотка

Минең бәлешем йомшаҡ һәм хуш еҫле килеп сыҡты. Кем ныҡ татлы ярата, шәкәрҙе күберәк ҡушһаң да ярай.

Yandex.uaYandex.ua
Yandex.ua
Һөттә шарлотка бешереү бик еңел һәм тиҙ. Сөнки уны әҙерләү өсөн һыуытҡыста һәр ваҡыт кәрәкле нәмәләр була.
Минең бәлешем йомшаҡ һәм хуш еҫле килеп сыҡты. Кем ныҡ татлы ярата, шәкәрҙе күберәк ҡушһаң да ярай.
Йомортҡа – ике дана
Шәкәр – 60 грамм
Һөт – 100 миллилитр
Көнбағыш майы – бер аш ҡалағы
Он – 140 грамм
Йомшартҡыс – 1,5 сәй ҡалағы
Алма – ике дана
Башта йомортҡаны шәкәр менән туғыйбыҙ. Һөт, май, йомшартҡыс, он өҫтәйбеҙ ҙә бергә бутайбыҙ. Алманы йыуып, таҙартып, әрсеп, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ҡамырға һалып бутайбыҙ.
Артабан формаға ҡағыҙ йәйәбеҙ ҙә ҡамырҙы өҫтөнә ҡоябыҙ. Духовкала 180 с градуста өҫтө ҡыҙарғансы 20 минут бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас