Иртәгә республика мәктәптәрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған асыҡ дәрестәр үткәреләсәк.
Был сараны ойоштороу ҙур әһәмиәткә эйә. Ул йәш быуын күңелендә илһөйәрлек, илебеҙҙәге халыҡтарҙың бөгөнгөһөнә һәм үткәненә, Ватанға хөрмәт тәрбиәләү өсөн бик кәрәк.
Бынан тыш, асыҡ дәрестәр мәктәп уҡыусыларында Тыуған ил алдында яуаплылыҡ тойғоһон булдырыуға ла ҙур өлөш индерәсәк.