Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2019, 19:29

Ғәйеплене эҙләйҙәр

9 октябрь көнө был заводтың бетон резервуары емерелеүе арҡаһында һигеҙ тонна самаһы таҙартылмаған ҡалдыҡ предприятие биләмәһенә, уның тирә-яғына һәм йылғаға аҡҡан.

newsyandex.ru.
newsyandex.ru.
“Полиэф” заводынан (“Сибур” төркөмөнә ҡарай) зарарлы ҡалдыҡтарҙың Өфө эргәһендәге Иҙәк йылғаһына эләгеүе, артабан Ҡариҙел йылғаһына ағып сығыу хәүефе тураһында яҙғайныҡ инде. Әле Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының Бөрө район-ара бүлеге был экологик һәләкәттә ғәйеплеләрҙе эҙләй.
“Росприроднадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, яҡынса иҫәпләнгән зыян 44 миллион һум тәшкил итә. 9 октябрь көнө был заводтың бетон резервуары емерелеүе арҡаһында һигеҙ тонна самаһы таҙартылмаған ҡалдыҡ предприятие биләмәһенә, уның тирә-яғына һәм йылғаға аҡҡан.
Ғәйеплелер әлегә билдәһеҙ. Тәфтишселәр һорау алыуҙар үткәрә, техник документацияны ҡулға алғандар. Килтерелгән зыянды ҡаплауға йүнәлтелгән саралар күрелә.
Читайте нас