Йәмғиәт
23 Октября 2019, 12:15

Зәйнәкәйҙәр беренсе!

Бөгөн "Рәсәй-1" телеканалының тура эфирында “Алтын бишек” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл конкурс финалында алты ауыл көс һынаша.

Учалы хакимиәте сайтынан.Учалы хакимиәте сайтынан.
Учалы хакимиәте сайтынан.
Бөгөн "Рәсәй-1" телеканалының тура эфирында “Алтын бишек” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл конкурс финалында алты ауыл көс һынаша.
Тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһе буйынса Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (халыҡ уны Зәйнәкәй тип тә йөрөтә) ауылы еңеүсе тип табыла. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан төҙөк, бай тарихлы, дәртле, егәрле һәм берҙәм халыҡ йәшәгән ауыл өсөн бөтәһе 27294 тауыш йыйыла.
Төп приз – мини-тракторҙы алырға зәйнәкәйҙәр Өфөгә иң әүҙем, тыуған төйәктәре өсөн янып йәшәгән ауылдаштарын вәкилләгән.
– Был – беҙҙең дөйөм ҡаҙаныш, берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Ауылыбыҙ өсөн тауыш биргән һәр кемгә ҙур рәхмәт, ышанысығыҙҙы аҡлап, артабан да һынатмаҫбыҙ, – ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Килмөхәмәтов.
Читайте нас