Стәрлетамаҡ ирекмәндәре үле килеш табылған 11 көсөктөң кәүҙәләренең экспертиза һөҙөмтәһен иғлан итте. Уларҙы Строймаш ҡасабаһындағы ташландыҡ поликлиника бинаһында сентябрь аҙағында тапҡайнылар.
Был ваҡиға береһен дә битараф ҡалдырманы. Йәнлектәрҙе яҡлаусылар көсөктәрҙең бер төркөм уҡыусылар тарафынан үлтерелеүе тураһында саң ҡаҡҡайны, ә ғәйепләнеүселәрҙең ата-әсәһе, уҡытыусылар уларҙы яҡлашты һәм бушҡа баҫым яһала, балаларҙы эҙәрлекләйҙәр, тип белдерҙеләр.
Көсөктәр стена ишелеп төшөүҙән үлгән тигән фараз да булды.
Бына шуның өсөн дә көсөктәрҙең үле кәүҙәләрен бойондороҡһоҙ экспертиза үткәреү өсөн Ырымбурға ебәрҙеләр. Һәм, ысынлап та, бахырҡайҙарҙың төрлөсә язалап үлтерелеүе тураһында һығымта яһалған.
Был инде уҡыусыларҙың ошондай ҡәбәхәтлектә ҡатнашы булыуы ихтималлығын күрһәтә. Был эште бер нисек тә иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Балалар менән ата-әсә етди һөйләшергә, психолог эшләргә тейеш, сөнки был яңылышыу ҙа, уйын да түгел.