Йәмғиәт
24 Октября 2019, 09:10

Балыҡ шпротынан салат

Төшкө аш мәле яҡынлаша. Был ризыҡ тиҙ генә әҙерләнә. Икмәктең өҫтөнә һылап, сәй менән эсеп ебәреү өсөн бик туҡлыҡлы аҙыҡ.

Ideireceptov.ruIdeireceptov.ru
Ideireceptov.ru
Был ризыҡ тиҙ генә әҙерләнә. Икмәктең өҫтөнә һылап, сәй менән эсеп ебәреү өсөн бик туҡлыҡлы аҙыҡ.
Шпрот – бер банка
Йомортҡа – ике дана
Һуған – 0.5 дана
Консерваланған кукуруз – 0.5 банка
Маринадланған ҡыяр – өс дана
Майонез
Балыҡ шпротын асып, майын түгәбеҙ. Һауытҡа һалып, вилка менән иҙгеләйбеҙ. Өҫтөнә ваҡ ҡына туралған һуған һибәбеҙ. Йомортҡаны бешереп турайбыҙ. Маринадланған ҡыярҙы ваҡлайбыҙ. Консерваланған кукурузды һыуын түгеп өҫтәйбеҙ. Майонез һалып, бөтәһен бергә болғатабыҙ.
Беҙ теләгән ризыҡ әҙер ҙә. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас