Йәмғиәт
24 Октябрь 2019, 10:22

Үҙенә ут ҡапһа ла, ғаиләһен ҡотҡара!

Тәҙрәне ватып, дүрт йәшлек һеңлеһе Карина менән әле йәше лә тулмаған Диманы тышҡа сығара. Был ваҡытта уның үҙенә лә ут ҡапҡан була, шуға ҡарамаҫтан, егет кире әйләнеп, әсәһенә ут ялмаған өйҙән сығырға ярҙам итә.

БР "Росгвардия"һы.БР "Росгвардия"һы.
БР "Росгвардия"һы.
Архангел районынан 17 йәшлек Александр Маскалев исемле егет - «Герой балалар» федераль проекты ҡатнашыусыһы. Егетте Мәскәүгә саҡырып бүләкләйәсәктәр. Был хаҡта Башҡортостандың "Росгвардия"һы хәбәр итә.
Быйыл 10 апрелдә үҫмер егет мунса яғып йөрөгәндә өй соланы яна башлағанын күреп ҡала. Ул, күп уйлап тормай, өйгә йүгерә. Тәҙрәне ватып, дүрт йәшлек һеңлеһе Карина менән әле йәше лә тулмаған Диманы тышҡа сығара. Был ваҡытта уның үҙенә лә ут ҡапҡан була, шуға ҡарамаҫтан, егет кире әйләнеп, әсәһенә ут ялмаған өйҙән сығырға ярҙам итә. Йорт йәшен тиҙлегендә - һигеҙ минутта көл-күмергә әйләнә.
Ҡыйыу Александр арҡаһында барыһы ла иҫән ҡала. Әммә ул үҙе ныҡ ҡына ҡаза күрә – тәненең 25 проценты бешә. Оҙаҡ дауаханала ятып дауаланырға тура килә. Тиреһен күсереп ултыртыу буйынса бер нисә операция яһайҙар, реабилитация курсы үтә.
Хоҙайға шөкөр, батыр егеттең хәле яҡшырыуға табан бара. Александр Маскалев, ысын мәғәнәһендә, герой исеменә лайыҡ!
Читайте нас