Бөгөн йәнә бер ҡурҡыныс яңылыҡ билдәле булды: мәктәп уҡыусыһына урам буйында таныш булмаған ир ташланған һәм аҙаҡ енәйәт урынынан ҡасҡан.
Имеш, ир ҡыҙҙың ауыҙын япҡан да кеше йөрөмәгән урынға алып киткән. Аҙаҡ уны ниндәйҙер сәбәп буйынса яңғыҙын ҡалдырған һәм көтөп торорға ҡушҡан. Тап шул ваҡытта ҡыҙ ҡасҡан да инде.
Шунда уҡ был турала полицияға хәбәр ителә. Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм психологтар мәктәп уҡыусыһы менән аралашҡас, шул асыҡлана: ҡыҙыҡай алдаған. Ни өсөн беләһегеҙме? Уҡыу тамамланғас, мәктәптә дәрес әҙерләүгә ҡалмаҫ өсөн.
Заманы шундай, әҙәм аҡтыҡтары күбәйҙе. Шуға күрә уларҙың балаға һөжүм итеүе йәмғиәттә бик киҫкен ҡабул ителә шул. Халыҡ был яңылыҡҡа ла асыуланып, ул ирҙе төрмәгә ултыртыуҙы көҫәй башлап та өлгөргәйне. Ә бына баланың ошоноң менән файҙаланып алдауға барыуы ысын хәүефкә һала бит...