Йәмғиәт
24 Октября 2019, 06:20

Улар иртәгә Израилгә оса

Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле булып киткән Софья Ғиззәтуллинаға ҡағылған тағы ла бер яҡшы яңылыҡ!

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле булып киткән Софья Ғиззәтуллинаға ҡағылған тағы ла бер яҡшы яңылыҡ!


Яңы ғына уларҙың ғаиләһенә фатир биреп шатландырғайнылар, хәҙер Израилгә операцияға алып барасаҡтарын хәбәр итте ирекмәндәр.


Белеүегеҙсә, баланың баш һөйәге ҡыҫылып, бармаҡтары тоташып тыуған. Софья әсәһе менән осасаҡ, билет 25 октябргә алынған.


"Сит ил паспортын ике көн эсендә эшләп бирҙеләр. Билеттары ҡулдарында. Ҡайһы еренә операция яһаясаҡтарын әлегә белмәйбеҙ. Юл, йәшәү, һәм операция хаҡын Башҡортостан Хөкүмәте ҡаплай. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт!" – тине Регина исемле ирекмән.
Читайте нас