Республика Башлығы кисә Өфө районына эш сәфәре барышында “Йоматау” шифаханаһында медицина реабилитацияһы мәсьәләләренә арналған “Сәләмәтлек сәғәте” кәңәшмәһен дә үткәрҙе. Сара мәлендә “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларында ҡатнашыусыларға сертификат, шулай уҡ яман шеште алдан асыҡлаған өсөн бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәр тапшырылды.
– Яман шеш сирен иртә асыҡлаған өсөн белгестәргә премия биреүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Бындай программа Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер төбәктәрендә генә тормошҡа ашырыла. Ул бик мөһим, сөнки кеше ғүмерен ҡотҡарыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә, яман шеште иртә асыҡлап, уның өсөн табипҡа 5 мең түләү ҡаты сирлене дауалауға миллион һумдар тотоноуға ҡарағанда яҡшыраҡ.
Төбәк Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә түбәнге медицина звеноһына тар белгестәр йәлеп итеү өсөн муниципалитеттарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тоторға ҡушты.
– Миңә ҡайһы бер биләмәләрҙә кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе киҫкен булыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Өҫтәмә субсидиялар тураһында уйларға кәрәк. Тотош район табипһыҙ йәшәй алмай бит инде, – тине Радий Хәбиров.
Ул 15 ноябргә тиклем табиптарға эш хаҡын арттырыуға бәйле документтарҙы тулыһынса әҙерләргә ҡушты.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская граждандарҙың һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәрен тикшереү тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, октябрҙә мөрәжәғәттәр һаны артҡан. Иң киҫкен темалар – табипҡа яҙылыу, дауаханаларҙың хәле, белгестәргә ҡытлыҡ, дарыуҙар тәьминәте. Мәҫәлән, Салауатта табиптар етешмәй. Кешеләр әйтеүенсә, улар таңғы сәғәт 5-тән тороп наркологҡа, психиатрға сират алырға, кәрәкле белешмә ҡағыҙҙарын бик оҙаҡ көтөргә мәжбүр. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәлде белгестәр өсөн кабинеттар етмәү, ҡабул итеүгә электрон яҙылыу мөмкинлегенең булмауы менән аңлатты. Радий Хәбиров мәсьәләне тиҙ арала яйға һалырға ҡушты. Һуңыраҡ социаль селтәрҙә республика Башлығы был хәлде “йүнһеҙлек өлгөһө” тип атаны. Бынан тыш, төбәк етәксеһе Һаҡлыҡ һаҡлау министрлығына дауалау учреждениеларында туҡланыу сифатын анализлау бурысын йөкмәтте.