Суд приставтары балаһына алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән атайҙы Краснодар крайында тотҡан. Әлшәй районының Сураҡай ауылында йәшәгән 34 йәшлек ирҙең бурысы 970 мең һумға еткән.
Типһә тимер өҙөрҙәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул балаһына матди ярҙам күрһәтеүҙән баш тарта. Атай кеше суд приставтарының ҡарарын һанға һуҡмай, алимент түләмәгәне өсөн ҡулға ла алына, әммә бурысын түләргә ашыҡмай. Һөҙөмтәлә уға ҡарата енәйәт эше асыла.
Ирҙең Краснодар крайында булыуы асыҡлана. Урындағы суд приставтары закон боҙоусыны 48 сәғәткә тотҡарлай. Аҙаҡ ул суд приставтарының Әлшәй районы бүлегенә килтерелә, әле енәйәт эше буйынса тикшереү дауам итә.