Йәмғиәт
25 Октября 2019, 16:34

Бәрелештән ҡасам тип...

Баш ҡалала ауыр йөк машинаһы ҡурҡыныс аварияға осраған: электр бағанаһына бәрелеп, гөлтләп яна башлаған...

Фото: i.ytimg.comФото: i.ytimg.com
Фото: i.ytimg.com
Баш ҡалала ауыр йөк машинаһы ҡурҡыныс аварияға осраған: электр бағанаһына бәрелеп, гөлтләп яна башлаған.
Социаль селтәрҙәге видеояҙманан күренеүенсә, ҡом тултырылған, меңәрләгән тонна тартҡан машина юлдан китеп барғанда, уның алдына ҡапыл еңел автомобиль килеп сыҡҡан. Бәрелештән китәм тип, йөк машинаһы юл ситендәге электр бағанаһына барып төртөлгән һәм яна башлаған. Ҡыуанысҡа күрә, водитель кабинанан сығып өлгөргән.
Видеояҙманан күренеүенсә, йөк машинаһы идараһын юғалтып ситкә киткәндә, уның ҡаршыһына килгән, маршрут автобусына оҡшаған икенсе автомобиль саҡ туҡтап өлгөрә. Ауыр машина уға бәрелһә, нимә булырын күҙаллауы ҡыйын...


Шулай, бәғзе берәүҙең ҡабаланып, икенсе машинаның юлын ҡыйыуы бына ошондай ҡурҡыныыс һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал.
Читайте нас