Бөгөн Шаран районында ремонттан һуң Күп функциялы үҙәк тантаналы шарттарҙа яңынан үҙ ишектәрен асты. Ул район үҙәгенең Пролетар урамындағы 4-се йортта урынлашҡан.
Офис “Минең документтарым”дың берҙәм фирма стилендә биҙәлгән. Яңыртылған бинала биш универсаль тәҙрә эшләй. Уларҙа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең бик күп төрҙәре күрһәтелә. Ғариза биреүселәр уңайлығы өсөн электрон сират системаһы эшләй. Дәүләт пошлинаһын бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәй, урында түләү мөмкинлеге бар.
Шулай уҡ бүлексәлә Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеү мөмкинлеге булған компьютер ҡуйылған. Уның менән теләгән һәр кем файҙалана ала. Балалар менән килгәндәргә лә уңайлы хәҙер, кескәйҙәр өсөн махсус уйын мөйөшө булдырылған. Инвалидтар мәнфәғәте лә уйланған, улар бер ауырлыҡһыҙ бинаға инә һәм сыға ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шаран Күп функциялы үҙәге түбәндәге график буйынса эшләй:
Дүшәмбе, шаршамбы, йома – 9.00 – 18.00;
Шәмбе – 9.00 – 13.00 тиклем.