Республика ҡатын-ҡыҙҙарының аграр берлеге барлыҡҡа килде.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшиҙә Солтанова 1998 йылдан бирле – “Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар берлеге” йәмәғәт хәрәкәте рәйесе, 2009 йылдан республика Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. Сираттағы эш сәфәренән ҡайтҡас, Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы мөхәрририәткә килеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы, күреп торабыҙ, һуңғы эш сәфәрегеҙ һеҙҙе ифрат ҡанатландырған. Уртаҡлашыр фекерегеҙ ҙә барҙыр...
– Һарытауҙа Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының ауыл ҡатын-ҡыҙҙары яҙмышына арналған конференцияһында ҡатнаштым. Унда Ҡаҙағстандан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың сығышы миңә айырыуса оҡшаны. Әйткәндәй, ҡаҙаҡтарҙан 30-лап делегация ҡатнашты. Мин республика Башлығы Радий Хәбировтың сентябрь Указы тураһында сығыш яһаным, сөнки ул Милли проекттарҙың үтәлешенә йүнәлтелгән һәм, беҙ уны бойомға ашырыуға өлгәшһәк, үҙгәрештәр тик яҡшы яҡҡа буласаҡ.
Һарытауҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйы ҙур, Хөкүмәттәге яуаплы вазифаларға гүзәл заттарҙың күп тәғәйенләнеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Әле унда ун ике яуаплы вазифа уларға ышанып тапшырылған.
– Һарытауҙа халыҡтың көнитмеше нисек?
– Һарытау өлкәһендә халыҡ һаны беҙҙәгенән ике тапҡыр кәмерәк, йәшәү кимәлдәре лә түбәнерәк. Мине иң һоҡландырғаны – унда Волга йылғаһын ныҡ ҡарап, тәрбиәләп торалар. Яр буйҙары, һыуы ла таҙа, таштары күренеп ята. Халыҡ рәхәтләнеп һыу инә.
Беҙ Татищев районында булдыҡ. Унда Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡса район үҙәген төҙөкләндереүгә тотонола, шулай уҡ өс ҡатлы балалар баҡсаһы ла ошо иҫәпкә төҙөлгән. Тормоштарындағы яҡшы үҙгәрештәрҙе күреп, бында Милли проект нигеҙендә бүленгән аҡсаның һәр тине маҡсатлы рәүештә халыҡ файҙаһына тотонолоуына ҡыуандыҡ.
Республика Башлығы Указын тормошҡа ашырыу саралары ҡаралған. Ошо күҙлектән сығып, киләсәктә гүзәл заттарҙы етәксе вазифаларға тәҡдим итергә йыйынабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә әлегә район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары араһында бер генә лә ҡатын-ҡыҙ юҡ.
– “Демография” милли проекты илдә халыҡ һанын арттырыу маҡсатын ҡуя. Был көнүҙәк мәсьәләгә ҡарашығыҙ?
– Демография... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары күп. Был хәлде аңлап булмай. Минеңсә, ошо аҙымға барыуҙың төп сәбәбе интернет, эскелек, сараһыҙлыҡтыр. Хәҙерге заманда йәштәрҙең яуапһыҙ мөхәббәттән үлеүен дә аңлап булмай. Әлбиттә, ошо йүнәлештә ниндәйҙер сара күреү – күптән өлгөргән мәсьәлә. Беҙгә уны хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк.
– Ошо көнүҙәк мәсьәләләр ыңғай йүнәлеш алһын өсөн ниндәй саралар ойошторола?
– 15 октябрҙә – Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөндә беҙ республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында “Ауылда ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығы: киләсәге һәм үҫеш юлдары” тигән форум уҙғарҙыҡ. Йәғни ауылда йәшәп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән гүзәл заттарҙы берләштереп, Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙарының аграр берлеген төҙөнөк. Берлек рәйесе итеп республика ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, Бөтә Рәсәй Халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы ағзаһы Лилиә Кәшфуллина һайланды. Ул – ауыл хужалығы предприятиеһына етәкселек иткән бик тәжрибәле белгес.
– Алға ниндәй бурыстар ҡуйылған?
– Беҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы эскән атайҙарҙан, хәүефле мөхиттән араларға тейешбеҙ. Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар берлеген эскелек мәсьәләһе борсой, шуға ла уның өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Уҙған йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ “Эсмә, әсәй!”, “Айыҡ ауыл” проекттары буйынса эшләне.
Беҙ ҙур тырышлыҡ һалып башҡарған эштәр көткәнсә һөҙөмтәгә килтермәне, сөнки дауаланып ҡайтҡандан һуң яңынан шул уҡ мөхиткә эләккән ҡатындар яңынан эсә башлай. Шуға ла был мәсьәлә буйынса артабан эште дауам итеүҙең мөһимлеген аңланыҡ. Аноним эскеселәр йәмғиәте (АА) һәм АЛ-АНОН (эскеселәрҙең туғандары һәм дуҫтары) проектын әҙерләүҙә ярҙам иттек. Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге эскеселәр менән бергә йәшәгәндәрҙең ыҙа сигеүе иң ауыртҡан урындарҙың береһе булыуына иғтибар йүнәлтте.
Бер эскесе үҙенең эргәһендәге иң кәмендә ете кешене ыҙалата, уларҙың тормошон түҙеп торғоһоҙға әйләндерә. Проект ошондай ҡорбанға әйләнгәндәргә ярҙам итеү өсөн булдырылды. Уны Рәсәй Президенты хуплап, был эшкә грант бүленде.
Эскән ирҙе көнө-төнө күреп йәшәгән әсә лә, балалар ҙа киләсәктә ошо һаҙға батыуы ихтимал. Демография – илдең киләсәге, хәүефһеҙлек тотҡаһы. Әле республикала йылына алты мең бала атайһыҙ тыуа, шуға ла, бала көслө затты күреп үҫһен өсөн, Атайҙар ҡоро ойоштороу мөһим.
– Грантҡа лайыҡ проект ғәмәлгә ашырыла башланымы?
– “Ғаиләне ҡотҡарыу – бәйле булғандарҙы ҡотҡарыу” проекты нигеҙендә, республиканың ете районында йөрөп, семинар-лекторийҙарҙа ошо мәсьәләне яҡтырттыҡ. Ирекмәндәр, ирекле ярҙамсылар ауылдар буйлап эскесе менән бергә йәшәгән ғаилә ағзаларына ярҙам алымы менән таныштырҙы. Уларҙың күбеһе “эскән кешегә код ҡуйыу етә” тип уйлай. Тик хәлдең тағы ла ҡабатланыуы иһә был сара менән генә проблеманы хәл итеп булмауын асыҡ күрһәтте. Ә инде социаль бәйләнгәнлектән арыныуҙың алымдары барлығын аңлатҡас, күптәрҙең күҙе асылды.
Пермь крайында, Һарытау өлкәһендә лә бындай осраҡтар булды. Эскән кеше менән торған ғаилә ағзалары күп осраҡта ауыр шарттарҙа йәшәй, шуға ла улар ҙур аҡса талап иткән дауалауҙы түләй алмай.
Алыҫта ятҡан райондар менән 60 вебинар уҙғарылды. Сараны техник яҡтан тәьмин итеүҙә Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы ярҙам итте. Вебинарҙа бөтәһе 2400 кеше ҡатнашты. Был эш һөҙөмтәһе буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр уҙғарылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында балаларҙың иҫерткес эсемлектәр ҡуллана башлауына борсолған атай-әсәйҙәр менән осрашыуҙан һуң алда тағы ла ҙур эштәр тороуын аңланыҡ. Әлбиттә, йәмғиәтебеҙҙе эскелек һаҙлығынан сығарыу өсөн дәүләт органдарын әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк.
– Дәүләт органдарын йәлеп итергә кәрәк, тип әйтәһегеҙ. Әллә быға тиклем улар ситтәрәк торҙомо?
– Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә эш башлағандың тәүге көндәренән үк был мәсьәләгә иғтибар итеп, иҫерткес эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш асты. Уның инициативаһы буйынса “Айыҡ һабантуй” хәрәкәте барлыҡҡа килде.
Мәктәп уҡыусыларының сығарылыш кисәһендә, Белем көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылды. Дәүләт алкоголизмдың сир икәненә баҫым яһаны. Шуға ла аноним эскеселәр берлеге дауалау буйынса ҙур эш атҡара. Иң мөһиме – улар үҙ теләге менән килә.
Бөгөн ярҙам итеүсе бындай ойошмаларҙы бина менән тәьмин итеү мәсьәләһе тора. Был йәһәттән муниципалитеттар ярҙам итергә бурыслы. Шулай уҡ халыҡҡа мәғлүмәт етмәй, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында стендтар тора, әммә был ғына әҙ, әлбиттә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең иҫәбе буйынса, республикала алкоголһеҙ йәшәй алмаған 74 мең кеше теркәлгән, ә бит иҫәптә тормағандары ла бар!
Рәсәй Президентының Май указына ярашлы, һау-сәләмәт кешенең уртаса йәше 67-гә, шулай уҡ сәләмәт тормош рәүеше алып барған граждандар 55 процентҡа етергә тейеш.
– Алкоголизмды иҫкәртеү мөһим, айырыуса балалар араһында. Ысынлап та, әле балалар буш ваҡытын ҡайҙа үткәрергә белмәй, улар шөғөлләнергә теләгән түңәрәктәр түләүле. Өфөләге Якутов паркы бынан 110 йыл элек асылғанда “Айыҡлыҡ паркы” тип аталған. Хәҙер унда һыра һаталар, ресторандар асып бөттөләр, йәштәр туй көнөндә балалар алдында шампан шарабы эсә. Үҙ ваҡытында, был тәртипһеҙлеккә сик ҡуйыуҙарын һорап, 700 ҡултамға йыйып, республика етәкселегенә мөрәжәғәт иттеләр. Тик сара күрелмәне. Ошондай мәсьәләләргә күҙ йомоп ҡарамаһаҡ, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары берҙәм эшләһә, һөҙөмтә була, ә яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй.
– Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Республикаға яңы етәксе килгәс, ысынлап та, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Үҙгәрештәр яҡшы яҡҡа булыр, тип ышанабыҙ.