Ошо көндәрҙә “Планета Спорт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында, Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө уҙғарылды. Өҫтәүенә, Яңы Тәтешле урта мәктәбе уҡыусыларын “Юнармия” хәрәкәте сафына алыу тантанаһы булды. Ил һаҡсыларының сығышы ғорурлыҡ уятты. Улар “Альфа” һәм “Катюша” командаларына бүленеп, мылтыҡтан атыуҙа оҫталыҡтарын күрһәтте, ҡаршылыҡлы аралыҡты билдәләнгән ваҡытта үтте, беренсе медицина ярҙамын күрһәтеп, шартлы яралалырҙың “ғүмерен һаҡлап ҡалды”.
Үҫмерҙәр “Юнармия” хәрәкәтенә инергә атлығып тора, улар физик күнекмәләргә теләп йөрөй, үҙ сиратында, артабан хеҙмәт иткән ғәскәри частәренән тыуған яҡтарына маҡтау ҡағыҙҙары йыш килә.