Йәмғиәт
25 Октября 2019, 14:08

Медицина рейтингында беҙ – беренсе

Беҙ, бер генә штраф мәрәй ҙә алмайынса, ун балдың етәүһен йыйғанбыҙ.

Фото: medicmillerovo.ruФото: medicmillerovo.ru
Фото: medicmillerovo.ru
Башҡортостан “Новые известия” баҫмаһы үткәргән Волга буйы федераль округының медицина рейтингында беренсе урын яуланы. Ул, бер генә штраф мәрәй ҙә алмайынса, ун балдың етәүһен йыйған.


Республикабыҙ бер кешегә сығымдар буйынса, Татарстандан ҡала, икенсе урында. Беҙҙә был күрһәткес – 5710 һум, күршеләрҙә – 6460 һум. Һуңғы урында – Сыуашстан (бер кешегә 2120 һум).


“Һәр биләмәнең үҙ проблемалары. Мәсьәлә төбәктәге һаулыҡ һаҡлау системаһының ошо ерлектәге ихтыяждарҙы ниндәй дәрәжәлә ҡәнәғәтләндереүенә ҡоролған. Дөйөм алғанда, бер генә система ла мәсьәләне тулыһынса хәл итә алмай. Быны бүленгән аҡса менән үлем кимәле араһындағы нисбәттән асыҡ күрергә мөмкин. Татарстанда табиптар әҙерләү яҡшы бара, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулыҡтың ҡырҡа яҡшырыуы тойолмай, сөнки байтаҡ проблемаларҙы табиптар түгел, ә тотош мәҙәни, социаль мөхит хәл итә. Башҡортостанда – табиптарға ярҙам иткән мәғлүмәттәр системаһы, Мордовияла иһә пациенттарға мөнәсәбәт яҡшыраҡ”, – тине Һаулыҡ һаҡлау иҡтисады институты директоры Лариса Попович.


Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшкә тотоноу менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибарҙы йүнәлтте. Ул табипҡа яҙылыу, сират, медицина персоналына ҡытлыҡ, яман шеште алдан асыҡлау мәсьәләләренә баҫым яһаны. Әле ошо йүнәлештәрҙә эш әүҙемләште. Төбәк Хөкүмәтендә “Сәләмәтлек сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәләр даими үткәрелә.
Читайте нас