Йәмғиәт
25 Октября 2019, 07:45

Әмир ИШЕМҒОЛОВ: “Апимондия”ны беҙ яҡшыраҡ үткәрә алабыҙ!”

Республикабыҙҙа 2021 йылда бик мөһим халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиға көтөлә – “Апимондия” конгресы Өфөлә үтәсәк. Элек-электән умартасылыҡ, татлы һәм шифалы балы менән дан тотҡан Башҡортостан, һис шикһеҙ, бындай мәртәбәле сараны юғары кимәлдә ҡаршы алырға һәм үткәрергә әҙер. Бының өсөн беҙҙә барыһы ла бар кеүек: тәбиғәт мөмкинлектәре лә киң, был тармаҡтың ғилми нигеҙе лә юғары кимәлдә. Ғилми йәһәттән һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, тәү сиратта Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә ишаралайбыҙ.

Ғилми үҙәк – донъяла алдынғылар рәтендә.


Республикабыҙҙа 2021 йылда бик мөһим халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиға көтөлә – “Апимондия” конгресы Өфөлә үтәсәк. Элек-электән умартасылыҡ, татлы һәм шифалы балы менән дан тотҡан Башҡортостан, һис шикһеҙ, бындай мәртәбәле сараны юғары кимәлдә ҡаршы алырға һәм үткәрергә әҙер. Бының өсөн беҙҙә барыһы ла бар кеүек: тәбиғәт мөмкинлектәре лә киң, был тармаҡтың ғилми нигеҙе лә юғары кимәлдә. Ғилми йәһәттән һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, тәү сиратта Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә ишаралайбыҙ.


Сентябрҙә Канадала үткән конгреста ҡатнашып, республика яулаған һигеҙ миҙалдың алтауһын тап улар алып ҡайтҡайны, шуға күрә бөгөн үҙәктең генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор Әмир ИШЕМҒОЛОВ менән әңгәмәләшеп, яуланған еңеүҙәр, киләһе конгресҡа әҙерлек, ғөмүмән, республикала ҡортсолоҡ үҫеше тураһында фекер алыштыҡ.


– Канаданан яҡшы һөҙөмтә­ләргә өлгәшеп ҡайтҡанығыҙҙы беләбеҙ. Ниндәйерәк тәьҫо­раттар ҡалды, уңышта­рығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?

– Эйе, сентябрҙә Монреалде барып күрҙек, иң мөһиме – үҙе­беҙҙе күрһәтеп ҡайттыҡ. Был са­раға бик төплө әҙерләндек һәм бай күргәҙмә алып барҙыҡ. Унда 120-нән ашыу илдән вәкил килгәйне, беҙҙең стенд әллә ҡайҙан айырылып, бөтә халыҡты йәлеп итеп торҙо. Конгреста ҡатнашҡандарҙың бөтәһе лә 2021 йылда Өфөгә килергә теләк белдерҙе. Әйткәндәй, уға тиклем башҡа сит илдәрҙә, мәҫәлән, Төркиәлә, Италияла ғилми конференцияла ҡатнашҡан саҡта ла уларҙы был сараға саҡырып мөрәжәғәт иткәйнек, бөтәһе лә Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына һәм килергә әҙерләнә.
– Башҡортостан бындай сараны тәүге тапҡыр ҡабул итә. Һеҙҙеңсә, беҙ быға әҙерме? Сит ил ҡунаҡтарын нимә менән аптырата, һоҡландыра алырбыҙ икән?

– Һис шикһеҙ, әҙербеҙ. Күпкә яҡшыраҡ булдыра алырыбыҙға иманым камил. Мәҫәлән, Канадала күргәҙмә 5 мең квадрат метр майҙанда ойошторолһа, Башҡорт­ос­танда 10-12 мең итеп планлаш­тырырға кәрәк. Унда биш-алты мең кеше килһә, беҙ сит илдән генә 12 меңдән ашыу ҡатнашыусыны көтәбеҙ. Беҙҙең мөмкин­лек­тәребеҙ бик ҙур. Ысынлап та, ике-өс тапҡыр яҡшыраҡ үткәрә алабыҙ. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, конгресты асыу-ябыу тантаналарын һәйбәтерәк ойошторасаҡбыҙ, килгән ҡунаҡтарға ошо тармаҡҡа булған юғары иғтибарыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ.
– Бындай конгрестарҙа ҡатнашыу файҙалымы?

– Отошло яҡтары күп булды, әлбиттә. Республиканың ҡортсолоҡ өлкәһен үҫтереү буйынса сит илдәрҙән ҡайһы бер элементтарҙы үҙебеҙгә алдыҡ. Билдәле ғалимдар, практиктар менән осрашыуҙар үткәрҙек. Төрлө йүнәлештәр буйынса эшләү хаҡында һөйләштек. Бал ҡорттары өсөн дарыуҙар етештереү, төрлө яңы технологиялар, косметик продукциялар яңылыҡтары менән таныштыҡ һәм үҙебеҙҙекен дә күрһәттек. Яңы эшлекле бәйләнештәр булдырҙыҡ.
Башҡорт балының даны әллә ҡасандан билдәле. Ул алыҫ 1900 йылдарҙа үткәрелгән күргәҙмәләрҙә үк алтын миҙалдар яулаған. Бал – беҙҙең тәбиғәт биргән байлығыбыҙ, даныбыҙ. Ә бына ғилми эштә­ребеҙҙе, органика косметикаһы продукцияһын юғары баһалауҙары беҙҙең учреждениеның ғилми эшмәкәрлегенең лайыҡлы кимәлен күрһәтә. Тимәк, донъя кимәлендә үҙ урыныбыҙ бар. Мәҫәлән, Американан килгән бер эксперт беҙҙең косметикаға бик юғары баһа бирҙе. Дөйөм алғанда ла конкурстарҙың төрлө номинацияларында ла ҡат­наштыҡ һәм алдынғы урындар яу­ланыҡ. Эйе, конгресс беҙҙең яҡта, Европала бармағас, эштәрҙе иҫбат­лап сығыу ауырыраҡ булды. Шулай ҙа ҡәнәғәт булып ҡайттыҡ. Донъя кимәлендәге учреждениелар эштә­ре араһында беҙ һис тә кәм түгел, хатта юғарыраҡ та тип әйтер инем. Тимәк, йүнәлешебеҙ бик дөрөҫ.
– Беҙҙең башҡорт балы һәм учреждениеғыҙҙың эшләнмә­ләре нисек баһаланды?

– Алты награда алдыҡ, тип билдәләгәйнек инде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – уларҙың күпселеге Ишембай районы балы һәм уның нигеҙендә эшләнгән косметиканыҡы. Улар бер урындан, Ҡолғона ауыл советы биләмәһенә ҡараған Ҡалыуайры ауылынан алынған. Шәрифулла Хәйҙәров ялан сәскәләре балы өсөн бронза миҙал яуланы. Ғилметдин Хәйҙәровтың кристаллашҡан йүкә балы иһә көмөшкә лайыҡ булды. Был бал тәме буйынса Канада кешеләрен бик ғәжәпләндерҙе. Шулай уҡ Ишембай районының йүкә балы нигеҙендә эшләнгән косметик продукция алтын миҙалға лайыҡ булды. Биҙәлеш саралары һәм балауыҙҙан эшләнгән айыу өсөн дә призлы урындар яуланыҡ.
– Һуңғы ваҡытта Ишембай балы тигән һүҙбәйләнеш йыш ишетелә башланы. Был нимә менән бәйле? Был яҡтың балы шулай тәмлеме әллә?

– Әлбиттә, буш һүҙҙәр түгел был. Беҙ Ишембай балына өҫтөнлөк биреп яңылышманыҡ. Беренсенән, республикала бөтөн муниципаль райондар араһында иң күп бал запасы Ишембай районында тупланған. Бындағы тәбиғәттең 14 мең тонна бал етештереү мөмкинлеге бар! Ғәмәлдә был яҡтағы бал башлыса йүкәнеке.
Икенсенән, быйыл Канадалағы конгреста конкурста ҡатнашҡан бал өлгөләрен 20 июлгә тиклем лаборатория тикшереүенә бирергә тейеш инек. Бында, донъя стандартынан тыш, антибиотик, пестицидтар, гербицидтар, ауыр металдар һәм башҡа хәүефле ҡушылмалар булыуына ҙур иғтибар бирҙеләр. Химик тикшереү ваҡы­тында, төрлө илдәрҙән тапшы­рылған балдың 50 проценттан ашыуын үткәрмәгәндәр.
Беҙ һайлап алыуҙың шулай булырын алдан белдек һәм шуның өсөн экологик яҡтан таҙа, яҡында ауыл хужалығы ерҙәре булмаған урындың балын һайланыҡ. Беҙҙең был талаптарыбыҙға Ишембай районының Ҡолғона ауыл советы биләмәһе тура килде. Ул урман-тауҙар араһында ултыра, яҡында иген һәм башҡа культуралар сәселгән баҫыуҙар юҡ. Балды бик төпкөл ауылдан – Ҡалыуайрынан, профессиональ ҡортсоларҙан алдыҡ. Улар был кәсеп менән ғүмер буйы шөғөлләнә һәм эштең бар нескәлеген яҡшы белә.
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, Ишем­байҙың күршеһе булған бөрйәндәр хатта был яҡтан умарталар, ҡорт­тар, бал һатып ала башлаған. Был төбәктә солоҡсолоҡ та үҫешә. Беҙ, ғөмүмән, Ишембай районы биләмә­һендә баш­ҡорт бал ҡортон һаҡлау буйынса заказник булдырыу яҡлыбыҙ. Әле бының өсөн положение әҙерләп бирҙек. Әгәр ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, йүкәлектәр ҡырҡылмаясаҡ, сит ҡорттар индерелмәйәсәк, урмандар ситтәргә ҡуртымға бирелмәйәсәк. Ғөмүмән, бик яҡшы булыр ине.
– Ә Бөрйән балы?

– Бөрйән балына бер ҡаршы­лығым да юҡ, әлбиттә. Башҡорт балы башлыса шул Бөрйән балы тип танылған бит. Тәмле лә, сифат­лы ла, шифалы ла. Тик унда киң ҡоласта үрсетеү өсөн шарттар аҙыраҡ. Тәбиғәт тә ҡырыҫыраҡ, барып етеүе лә ауыр. Был яҡ балын туристарҙы йәлеп итеү, ҡунаҡтарға күрһәтеү, киноға төшөрөү өсөн файҙаланыу яҡшы. Бөрйән – музей кеүек һәйбәт, ә үҫеш өсөн Ишембай кәрәк.
– Бәйгелә һеҙҙең косметик продукцияғыҙ алтын миҙалға лайыҡ булды. Был да күп нәмә тураһында һөйләй.

– Канадала составҡа ҡарата талаптар ифрат юғары булды. Тик беҙҙең һәр осраҡҡа ла әҙер продукциябыҙ бар. Мәҫәлән, составында бал менән балауыҙ булырға тейеш йәки мотлаҡ прополис кәрәк ине. Беҙҙә ҡул өсөн прополислы крем бар. Мотлаҡ бал булырға тейеш тигән талапты үтәп, мицелляр һыу эшлә­нек. Унда йүкә балын файҙаландыҡ һәм беренсе урынға лайыҡ булдыҡ. Минең фекер буйынса, урындар һәм наградалар күберәк тә булыр ине, тик, бая әйткәнемсә, сит биләмәлә булдыҡ. Шулай ҙа беҙ һөҙөмтәләрҙән ҡәнәғәт. Баш­ҡортостанда үтәсәк конгреста үҙебеҙҙең кемлекте йәнә күрһәтербеҙ әле! (Көлә - авт.)
– Башҡа илдәрҙең ғилми учреждениелары менән беҙҙең ғилми үҙәк тиң шарттарҙа ярыша аламы?

– Мин Канадала булған саҡта бөтә илдәрҙең дә экспозицияларын яйлап ҡарап, өйрәнеп сыҡтым. Бер ниндәй маҡтаныуһыҙ һәм шаштырыуһыҙ шуны әйтә алам: әлегә бер ил дә беҙгә етә алмай! Ассортимент яғынан да беҙ бик бай икән. Эйе, ҡайһылыр илдең ғилми учреждениеһы ниндәйҙер бер айырым йүнәлеш буйынса беҙҙән өҫтөнөрәк тора. Тик был бер-ике йүнәлештә генә, ә, дөйөм алғанда, юҡ. Беҙҙә косметиканың ғына 60 – 70 төрө бар. Башҡаларҙа ни бары – 15 – 20 төр.

Учреждениебыҙ өс төп йүнәлеш буйынса эшләй: дауалау-иҫкәртеү, косметика һәм аҙыҡ-түлек. Беҙ туҡтамайбыҙ, ассортиментты даими тулыландырып торабыҙ. Әле, мәҫәлән, теш пастаһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Уның эшләнмәһе лә, исеме лә бар: “Башҡортостан алтыны” тип аталасаҡ. Кондитер йүнәлешендә шулай уҡ беҙгә етеүселәр юҡ. Бал ҡушып перәник, кәнфит, шәрбәттәр, мармеладтар – нимә генә эшләмәйбеҙ. Сит илдәрҙә улар юҡ кимәлендә.
Беҙ ғилми эшләнмәләр буйынса ла тәүге урындарҙа. Тик шундай ҡараш бар, йәнәһе, Мәскәүҙеке йәки сит илдеке икән, тимәк, ул яҡшыраҡ. Был төптө дөрөҫ бул­маған ҡараш. Беҙҙә лә конкурент­лыҡҡа һәләтле, донъя кимәлендә тәүге урын биләр нәмәләр бик күп. Бында мин үҙебеҙҙең үҙәк тураһында ла әйтәм. Әлеге Канадалағы конгресс был уйымды тағы ла нығытты ғына. Шулай булғас, артабан эшләйәсәкбеҙ, бар көсөбөҙҙө һалып, “Апимондия”ға әҙерләнәсәкбеҙ. Беҙ бит уны яҡшыраҡ үткәрергә бурыслы!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ысынлап та, уңышлы үтһен был сара, тип теләйбеҙ.

Читайте нас