Маршрут автобустары темаһы һәр саҡ көнүҙәк, сөнки был хеҙмәт беҙгә көн дә кәрәк. "Алға" картаһы менән түләүҙе индерҙеләр, ул бик уңайлы, әммә маршруткаларҙың күбеһе уны ҡабул итмәй: йә аппарат ҡуйылмаған, йә ундай түләүҙе ҡабул итмәйбеҙ, тиҙәр.
Ҡайһы бер водителдәргә ваҡ аҡса биреү оҡшамай, бер һум етмәгән өсөн ыҙғыш сығарырға әҙер торғандары ла бар. Юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауҙары, пассажирҙарының ғүмеренә хәүеф менән янап, бер-береһе менән уҙышыуҙары – быныһы айырым мәсьәлә.
Әле бына социаль селтәрҙә Анна исемле ҡыҙ ҙа 272-се маршрут шоферына дәғүә белдереп, үҙе менән булған хәлде яҙған, уны өлөшләтә видеоға ла төшөргән. "Бер ваҡыт карта менән түләгәндә 100 һумды алғандар, икенсеһендә ‒ 50. Бөгөн дә шундай хәл булды. Артығын ҡайтарыуҙы һорағас, водитель тупаҫ итеп һүгенде, өҫтәүенә төрткөләп сығарҙы. Мине яҡлашырға уйлаған егеткә лә шундай әр һүҙҙәре ишетергә тура килде. Телефонға яҙҙырып торғанымды күргәс, автобус хужаһы тағы нығыраҡ туҙынып, телефонымды тартып алып бәрҙе",– тип яҙған ҡыҙ.
Ул был водитель өҫтөнән полицияға ғариза яҙған. Быға яуап итеп водитель дә ҡыҙға һәм егеткә ҡаршы ғариза яҙып һалған. Был инцидент нимә менән бөтөр: хәл-ваҡиға ентекләп тикшерелә.
Әлбиттә, бөтә водителдәрҙе бер ҡалыпҡа һалып әрләп булмай. Бар ул иплеләре, ундайҙар үҙҙәре лә бөхтә, салонында ла таҙа, пассажирҙары ла тыныс. Барыһы ла тәрбиәнән, тәртиптән, хужаларҙың эште ойоштора белеүенән торалыр, күрәһең.