Йәмғиәт
25 Октября 2019, 12:35

Йөҙөнә ҡарарлыҡ булмай…

Йылайырҙа ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.

Фото: bukva.ks.uaФото: bukva.ks.ua
Фото: bukva.ks.ua
Йылайырҙа ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. 58 йәшлек ирҙең ғүмерен үҙенең улы ҡыя. Фажиғәле хәл кисә төнгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә була. Улы атаһын шул тиклем ныҡ итеп туҡмай, хатта йөҙөнә ҡарарлыҡ та булмай.


Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене тота – 29 йәшлек улы атаһын туҡмап үлтереүен таный. Ул алдан да бурлыҡ өсөн хөкөм ителгән була.


Мәрхүмдең кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр. Һөҙөмтәләр буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡарар сығарасаҡ.


Был хәлдәрҙән йөрәк өшөй… Барыһына аңды томалаған “йәшел йылан” ғәйеплеме? Әллә балаға ваҡытында тәрбиә бирмәгән ата-әсәме? Һорауҙар күп…
Читайте нас