Матур парктар, балалар майҙансыҡтары төҙөлә, подъездар ремонтлана, йорт ихаталары танымаҫлыҡ булып үҙгәрә... “Уңайлы ҡала мөхите”, “Реаль эштәр”, “Башҡорт ихаталары” кеүек проекттарҙың ни тиклем көнүҙәк, һөҙөмтәле булыуын бөгөн һәр ерҙә тойомларға мөмкин.
Күгәрсен районының Йомағужа ауылында ла һәр йәһәттән төҙөлөш эштәре гөрләй. Матур йорттар ҡалҡып сыға, социаль учреждениелар төҙөлә. Быйыл өр-яңынан ремонтланған “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тирә-йүнгә йәм биреп ултыра. Ауыл ҙур – бөтәһе алты мең тирәһе кеше йәшәй. Йәш ғаиләләр күп, сабыйҙар һаны ла артҡандан-арта. Баҡтиһәң, был бина 1988 йылда асылған. Шунан бирле бер ҙә капиталь ремонт эшләнмәгән.
Федераль, республика проекттары, “Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә йәмәғәт урындарын һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса Йомағужала ҙур эштәр башҡарыла.
Ауылда Колхоз урамына асфальт түшәлгән, Хоҙайбирҙин урамы төҙөкләндерелгән. Киләһе йылда Тигеҙлек урамын да матурларға иҫәптәре, коммуникация селтәрҙәрен дә яңыртырға ниәтләйҙәр.
Күптән түгел асылған парк ауыл халҡына ҙур бүләк булды. Балалар өсөн уйын йыһаздары, йомшаҡ япмалы уйын һәм спорт майҙансығын берләштергән паркта бөтә ғаилә ағзаларына күңеленә ятышлы шөғөл табырға мөмкин.
Ана, эскәмйәлә бер бабай ҡағыҙ битенә һүрәт төшөрөп ултыра. Өфөнән улына ҡунаҡҡа килгән Марс Фәррәхов булып сыҡты.
– Улым һикһәненсе йылдарҙа ошонда төҙөлөшкә килгәйне, тороп ҡалды. Миңә лә бында оҡшай, тыныс, халҡы һәйбәт, – тип һүҙ башланы ул. – Ошо паркты тиҙ арала төҙөп ҡуйыуҙарына һоҡланып ултырам. Йәй килгәндә генә юҡ ине. Әле бына уның һүрәтен төшөрөп, Өфөләге улыма алып ҡайтып күрһәтәм.
Ауылда урынлаштырылған сүп контейнерҙары ла күптәргә өлгө итеп күрһәтерлек. Байтаҡ урында һауыттарҙағы әйберҙәрҙе эт, бесәй, ел туҙҙырһа, бында матур итеп ҡоймалап алынған. Әлегә ауылда 21 сүп һауыты урынлаштырылһа, киләсәктә тағы 14-те ҡуйырға ниәтләйҙәр.
Ауылдың икенсе осондағы ҙур паркта яңыртыу эше гөрләй. Оҙаҡ йылдар хужаһыҙ ятҡан паркты тырым-тырағай үҫкән ағастарҙан таҙалағандар. Бөгөн бында тракторҙар ер соҡой, берәүҙәр сәхнәне, фонтанды йүнәтә, икенселәр ҡоймаларҙы яңырта.
– Егеттәр үҙ эшен яҡшы белә. Алла бирһә, быйыл паркты файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Ауылыбыҙ күҙгә күренеп йәмләнә, – ти прораб Фәрүәз Абдулов.
Әйткәндәй, республика Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙе ыңғай баһаланы һәм Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары менән бергә Күгәрсен районын да бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйҙы. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 400-ҙән ашыу йорт яны биләмәләре төҙөкләндереләсәк.
– 2020 йылда беҙ шулай уҡ 400 самаһы ихатаны матурларға тейешбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Әммә шул уҡ ваҡытта 2024 йылға ихаталарҙы ла, подъездарҙы ла, парктарҙы ла мөмкин тиклем күберәк төҙөкләндереүгә әҙер булырға тейешбеҙ.