Дүртөйлө ҡалаһынан Рөстәм исемле егет тормошон үҙгәртәм тип, быйыл сентябрҙә Мәскәү ҡалаһына юллана. Уға Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһында эш тәҡдим итәләр, складҡа йөксө булып урынлаша. Тик аҡса эшләп, матур тормош ҡорорға хыялланған егеттең хыялдары тормошҡа ашмай...
Ошо көндәрҙә уның һәләк булыуы тураһында туғандарына хәбәр иткәндәр. Үкенесле, әлбиттә, туғандары ла, әсәһе лә Рөстәмдең нисек һәм ниндәй сәбәптәр арҡаһында үлеүен белмәй.
Әсәһе Лилиә, улы Мәскәүгә йыйынғас, уны ебәрергә теләмәй. Рөстәм менән берәй хәл булып ҡуймаһын, тигән хәүефле тойғо тынғы бирмәй әсәгә. Яҡын әхирәтенә лә был турала белдерә.
Әсә йөрәге һиҙгән, күрәһең, ғаиләгә ауыр ҡайғы килә. Уға Мәскәү моргтарының береһенән шылтыратып, Рөстәмдең кәүҙәһен килеп алырға ҡушҡандар.
Бынан ике йыл элек Лилиә ирен ерләгән, ә бөгөн улының үлем хәбәре ҡайғыға һалған. Лилиәне Мәскәүгә Дүртөйлө ҡалаһы халҡы күмәкләп аҡса йыйып оҙатҡан. Кисә әсә, улының кәүҙәһен алып ҡайтыу өсөн машина яллап, баш ҡалаға юлланған. Ә өйҙә мәрхүмдең ике һеңлеһе бар.
Әле Рөстәмдең үлем сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшерә, экспертиза үткәргәндән һуң ғына сәбәбе билдәле буласаҡ. Туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.