Йәмғиәт
26 Октября 2019, 09:51

Мылтыҡ алып... балалар баҡсаһына

Балалар баҡсаһы биләмәһендә көпә-көндөҙ 62 йәшлек пенсионер мылтыҡ менән йөрөгән. Уның арсеналында 24 патрон булған...

Фото: readovka.newsФото: readovka.news
Фото: readovka.news
Әлшәй районы үҙәге Раевкала балалар баҡсаһы биләмәһендә көпә-көндөҙ 62 йәшлек пенсионер мылтыҡ менән йөрөгән. Уның арсеналында 24 патрон булған.


Асыҡланыуынса, пенсионер иҫерек була, бәлки, шайтан һыуы уны мажара эҙләргә этәргәндер. Эсеп алғас, ир һунар мылтығын ала ла... балалар баҡсаһына йүнәлә. Уның уйында нимә булғандыр, әлегә билдәһеҙ. Бәхеткә күрә, был көн бәлә-ҡазаһыҙ тамамлана. Ә бит иҫеректән нимә көтөргә икәнен белеп булмай.


Уның балалар баҡсаһы биләмәһендәге сәйәхәтен, етмәһә, ҡулында мылтыҡ тотоп йөрөгәнен күреп, 32 йәшлек ир полицияға хәбәр итә. Иҫерек ирҙе полиция бүлегенә оҙаталар, мылтығын һәм патрондарын тартып алалар.
Читайте нас