Махсус пленка ярҙамында дәүләт номерҙарын үҙгәрткән водителде тотҡандар.
Өфө аэропортының хәүефһеҙлек хеҙмәте бер үк автомобилдең дәүләт номерҙары үҙгәреп тороуға иғтибар итә. Күҙәтеүҙәр буйынса, билдәһеҙ ир биләмәгә бер нисә тапҡыр төрлө номер менән ингән. Ул дәүләт номерының тәүге хәрефен алмаштырып, терминалға үткән.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре номерҙарҙың мәғлүмәттәр базаһына һәм автомобилде теркәү тураһындагы таныҡлыҡҡа тура килмәүен асыҡлаған.
“Toyota Camry” автомобиленең дәүләт номерын үҙгәртеп йөрөгәне өсөн 31 йәшлек Өфө кешеһенә ҡарата административ протокол төҙөлгән.
“Бындай тәртип боҙоу өсөн 5000 һум күләмендә штраф ҡарала”, – тип хәбәр иткәндәр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәтендә. Тикшереү бара.