Йәмғиәт
26 Октября 2019, 17:35

Өс һалдаттың кәүҙәһе табылған. Улар - Башҡортостандан…

Әле бер табутты республикаға илтеү мәсьәләһе хәл ителә.

Фото: facebook.comФото: facebook.com
Фото: facebook.com
Кисә Псков өлкәһендә яуҙа һәләк булған өс һалдаттың һөлдәләрен тапҡандар. Шуларҙың береһе - республикабыҙҙың элекке Йомағужа районынан Тихон Егорович Назаров. Өсөһөнөң дә медальоны яндарында ятҡан, әммә…

Тәфсирләберәк яҙайыҡ. Улар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 170-се уҡсылар дивизияһы составында һуғышҡан. Был дивизия беҙҙең республикала төҙөлгән булған.
Әле ошо төбәктә Себеж районының Заситино ауылында эҙләнеү эштәре бара. Псков өлкәһенең “Онотолған батальон” эҙләнеү отрядтары менән Башҡортостандың “Бейеклек” отряды ошо эште берлектә атҡара.

- Әлегә бер яугирҙең генә шәхесе асыҡланды. Уның медальоны менән бергә бирелгән документы ла яҡшы һаҡланған булып сыҡты. Шулай һалдаттың исем-шәрифен белә алдыҡ. Туғандарын да эҙләп таптыҡ, - тине БР эҙләнеү отрядтары фонды етәксеһе Владимир Волков.

Егеттәр был төбәктә бишенсе көн эшләй инде. Траншеяларҙы ентекләп тикшерәләр. Был урында 1941 йылдың 4-5 июлендә немец фашистарына ҡаршы аяуһыҙ алыш барған. 170-се уҡсылар дивизияһы ошо урында оборона тотҡан. Ике һалдаттың медальондары насар һаҡланған, Улар Ҡазанға экспертизаға ебәрелгән. Ә Назаровтың медальоны тутыҡмаған, яҙыуҙары ла асыҡ күренә.
Владимир Волковтың һорауы буйынса геройҙың Башҡортостандағы туғандары бер сәғәт эсендә үк табылған. Улар ҡаһарман олатайҙарының һөлдәһен йәнтөйәгендә ерләргә ҡарар иткән.
Әле табутты республикаға илтеү мәсьәләһе хәл ителә.
Читайте нас