Билдәле булыуынса, республикала башҡорт бейеүе флешмобы бара. Ул ысын мәғәнәһендә популяр сараға әүерелде, милли бейеүебеҙҙе башҡарырға Башҡортостанда йәшәгән бейеүселәр генә түгел, башҡа төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙ ҙә ҡушылды.
Бөгөн иһә һеҙгә әүҙем, дәрт-дарманлы яҡташтарыбыҙҙың береһен – Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылында йәшәгән Зөһрә Мәһәҙиеваның сығышын тәҡдим итмәксебеҙ.
Зөһрә Зиннәт ҡыҙы иңенә был тормошта күп һынауҙар ятҡан. Тормош иптәше йәш кенә килеш фажиғәле һәләк булғас, өс бала менән яңғыҙ ҡала ҡатын. Әммә ни тиклем ауыр булмаһын, лайыҡлы йәшәү, ғәзиз балаларының ҡанаттарын нығытыу өсөн бар көсөн һәм тырышлығын һала ул.
Шөкөр, һәммәһе лә үҫеп етә, белем ала, үҙ аллы тормош юлына баҫа, әммә һынауҙарҙың тағы ла ауырырағы алда булған икән... Бөгөн Зөһрә Мәһәҙиева өлкән улының өс балаһын тәрбиәгә алған, ояһын ташлап сығып киткән өс ҡошсоғо урынын бәләкәс ейәндәре биләгән, улар уның – йыуанысы ла, таянысы ла, ҡыуанысы ла.
Нисек кенә булмаһын, дәрт-дарманлы, рухлы булмышы, кешелеклелеге, ихласлығы донъяның бар матурлығын тойоп йәшәргә, башҡаларға ла йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өләшергә етә Зөһрә апайҙың. Бейеү иһә – уның йәшәйеше, тормош рәүеше, ҡыйын сағында йөрәген йылытҡан, яраларын дауалаған шөғөлө лә. Стәрлетамаҡта педагогик белем һәм хореограф һөнәре алғандан һуң, ул ғүмер буйы Рыҫҡужала балаларға белем биргән, бейеү серҙәрен төшөндөргән. Гармунда ла өҙҙөрөп уйнай. Әле урындағы "Ҡыҙылым" фольклор ансамбленә етәкселек итә.
Тормош һынауҙары алдында албырғап ҡалғандар өсөн Зөһрә апайҙың булмышы, йәшәйеше өлгө лә, юл яҡтыртыр маяҡ та булһын!