Йәмғиәт
27 Октября 2019, 08:42

Һалдаттың түҙемлеге бөткәс...

Үлтерелгәндәр араһында һалдаттарҙы ыҙалатҡан лейтенанттың да барлығы билдәле. Бынан тыш, Рәмилде татар булғаны өсөн дә кәмһеткәндәр тигән фараз бар.

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Кисәнән алда хәрби часта булған ҡурҡыныс хәл бар илде тетрәндерҙе. Һалдат хеҙмәттәштәренә ут асып, һигеҙен үлтергән, икәүһен ҡаты яралаған. Аҙаҡ үҙе ҡулға алынған.
Байкал аръяғы хәрби округында була был фажиғә. Ҡарауыл алмашынған мәлдә, ҡоралын тапшыраһы урынға, әлеге һалдат офицерға атып ебәрә. Башҡалары шунда уҡ иҙәнгә йығылып бөтһә лә, уларға ла ут аса. Әле был хәлгә асыҡлыҡтар индерелде.


20 йәшлек Рәмил Шәмсетдиновты армияға Татарстандан саҡыртҡандар. Быйыл 4 июлдә хеҙмәт итә башлаған. Яҡындары уны имен ғаиләнән, тыныс егет тип билдәләй. Нимә этәргән һуң һалдатты был ҡот осҡос аҙымға? Илдең Оборона министрлығынан “армиялағы хеҙмәткә бәйле түгел, шәхси сәбәптәр арҡаһында булған” тиһәләр ҙә, матбуғатта тап армия хеҙмәте, дөрөҫөрәге ундағы “дедовщина” ғәйепле тигән мәғлүмәттәр донъя күрҙе.
Төп фарыз буйынса, барыһына ла лейтенант Данил П. ғәйепле. Уның ҡулы аҫтында хеҙмәт иткән һалдаттар лейтенанттың “бабайлыҡ”ойоштороуы тураһында хәбәр итә. Имеш, һалдаттарҙы кәмһеткән, төнө буйы йоҡо бирмәгән, противогаз кейҙереп, устав ятлатырға мәжбүр иткән, үҙенә ашарға һатып алдыртҡан һәм башҡа юлдар менән егеттәрҙе түбәнһеткән. Үлтерелгәндәр араһында шул лейтенанттың да булыуы билдәле.
Бынан тыш, Рәмилде татар булғаны өсөн дә кәмһеткәндәр, тигән фараз бар. Күрәһең, быларҙың барыһы ла егеттең психикаһына ныҡ йоғонто яһағандыр.
Рәмил ҡулға алынған саҡта ҡаршылыҡ күрһәтмәгән. Әле уға ҡарата енәйәт эше асылған, тикшереү бара. Егеткә ғүмеренең аҙағына тиклем төрмәлә ултырыу янай.
Хәҙер армияла “бабайлыҡ” бөттө, бер йыл эсендә егеттәр хеҙмәттең ауырлығын да һиҙеп өлгөрмәй тигән булалар. Әллә инде...
Читайте нас