Йәмғиәт
27 Октября 2019, 15:52

Үҙ автомобилең булмаһа ни...

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре кеше машинаһында елдән етеҙ елдереп йөрөгән студентты Асҡар урамдарының береһендә тотҡан.

Фото: lipetskmedia.ruФото: lipetskmedia.ru
Фото: lipetskmedia.ru
Үҙ автомобилең булмаһа ла, машинала йөрөгө килә бит әле... Әбйәлил районында йәшәгән колледж студенты тап шулай уйлаған, күрәһең.
Шулай итеп, егеттең, алкоголле эсемлек ҡулланып ҡыҙып алғандан һуң, Асҡар ауылы урамдары буйлап елдереп кенә үтәһе килгән. Кафе эргәһендә “Лада Ларгус” автомобиле торғанды күреп ҡалған да, уға ултырып сығып та киткән.
29 йәшлек автомобиль хужаһы, Стәрлетамаҡта йәшәүсе уҙаман, “тимер ат”ын урынында тапмағас, полицияға мөрәжәғәт иткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре кеше машинаһында елдән етеҙ елдереп йөрөгән студентты Асҡар урамдарының береһендә тотҡан.
Егеткә 17 йәш. Уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас