22 йәшлек Денис көн һайын иртәнге сәғәт алтыла Сипайлово микрорайонындағы “Корсо” туҡталышына сығып, вахта машинаһын көтә.
...Йәшел ут ҡабынғас, “зебра” аша сығып барғанда, уны аҡ төҫтәге машина бәрҙерә. Егет осоп барып төшә, ә водитель газға нығыраҡ баҫып, күҙ уңынан юғала. Ҡурҡаҡ водителдең туҡтап ярҙам ҡулы һуҙырға ла йөрәге етмәй.
Уның көс-хәл менән торғанын йәш пар ғына күрә, автомобилдәр йөрөп торһа ла, туҡталышта әле кеше булмай. Денис, йәшлеге менәндер инде, үҙенең йәрәхәтләнгәнен ныҡлап тоймай, вахта машинаһына ултырып китә. Әммә эшкә барыу менән хәле насарланғанын тоя. Баш һөйәге, яурын, терһәк, бил өлөштәренә зарар килтерелгән икән. Егет әле лә дауалана.
Денистың ҡатыны Екатерина иренең имгәнеүендә ғәйепле водителде эҙләп табырға теләй. Йәштәр ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙып, видеокүҙәтеү камералары яҙыуҙарын йыя башлаған. Улар ошо хәл шаһиттарынан регистраторға эләккән яҙмаларҙы үҙҙәренә биреүҙәрен үтенә.
“Беҙ быны башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләмәксебеҙ. Әгәр был водитель туҡтап, ярҙам ҡулы һуҙған булһа, ЮХХДИ-ға ғариза ла яҙылмаҫ ине”, – ти йәштәр.
Шуныһы үкенесле, кеше бәләһендә байып ҡалырға теләүсе муттар ҙа табылып тора. Ялған йәки булмаған видео яҙыуҙар өсөн хаҡ һораусылар ҙа етерлек.