Йәмғиәт
27 Октября 2019, 11:25

Өфөлә – яңы светофорҙар

"Горсвет" компанияһы вәкилдәре һөйләүенсә, бындай яңы конструкциялар иң ҙур авария хәүефе булған урындарға ҡуйылған.

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Баш ҡалабыҙҙың бер нисә юл сатында светофорҙарҙың тышҡы йөҙө үҙгәрҙе – төҫтәр хәҙер уларҙың үҙҙәрендә генә түгел, ә бөтә бағанаһында янып күренәсәк.


Был яңылыҡ әлегә һигеҙ светофор комплексына ҡағылған, уларҙа светодоитлы һыҙаттар барлыҡҡа килде. Ундай конструкциялар алыҫтан уҡ күренеп, водителдәрҙе иҫкәртеп торор, хәүефте кәметер, ти эксперттар.


Иң беренсе эксперименталь светофор "Өфө – аэропорт" юлына ҡуйылған. Шәмбе тағы етеһе урынлаштырылған: Зәки Вәлиди урамында (Конгресс-холл янында, Яңы күпер һәм Совет урамдары киҫелешендә), Октябрь проспектында (Галле менән Октябрҙең 50 йыллығы киҫелеше), Маршал Жуков (Гагарин менән киҫелгән урында).


"Горсвет" компанияһы вәкилдәре һөйләүенсә, яңы конструкциялар иң ҙур авария хәүефе булған урындарға ҡуйылған.
Читайте нас