Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2019, 10:28

Киноға паспорт менән

Китапханасыларға, шулай уҡ китап, журнал һатыусыларға ла ошондай уҡ хоҡуҡ бирелә.

Фото: newsbash.ru
Фото: newsbash.ru
Ғәҙәттә, күп урындарҙа беҙҙән паспорт күрһәтеүҙе һорайҙар. 29 октябрҙән башлап кинотеатрҙарҙа ла кассирҙар ошо документты күрһәтеүҙе талап итеүе ихтимал – шул турала закон үҙ көсөнә инә.
Паспорт ни өсөн кәрәк? Ҡайһы бер кинолар 18 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнгән. Ә кешенең йөҙөнә ҡарап ҡына уға нисә йәш булыуын билдәләү мөмкин түгел. Бынан тыш, китапханасыларға, шулай уҡ китап, журнал һатыусыларға ла ошондай уҡ хоҡуҡ бирелә.
Читайте нас