Өфө – Аэропорт юлында кисә булған юл-транспорт ваҡиғаһын күптәр оҙаҡ онотмаясаҡ әле: гөж килеп торған трассала Металл базаһы менән Чесноковка араһында баш ҡала йүнәлешендә бер юлы бер нисә иномарка һәм йөк тейәлгән “КамАЗ” машинаһы бәрелеште.
Айырыуса “Honda CR-V” автомобиле ҙур зыян күрҙе, машинаның кузовы иҙелеп, йәмшәйеп бөткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы шаһиттары әйтеүенсә, автомобиль эсенән бәләкәй генә малайҙы көс- хәл менән саҡ алып сығалар. Уның ниндәй хәлдә булыуы билдәһеҙ.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның сәбәбен асыҡлай. Оло юл водителдәрҙән айырыуса уяулыҡ, һиҙгерлек талап итә, бер-берегеҙҙе хөрмәт итегеҙ!