Йәмғиәт
28 Октября 2019, 18:24

Аҡсағыҙҙы юғалттығыҙмы? Үҙегеҙ ҙә ғәйепле!

Шулай тип белдергән карталарҙан 430 мең урлаған йылғыр егет.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Шулай тигән карталарҙан 430 мең урлаған йылғыр егет һәм аҡсаны һаҡлау ысулдары тураһында һөйләгән.
Уға 25 йәш. Бәләкәйҙән компьютер һәм программалау менән ҡыҙыҡһына.

“Был тема миңә гел ҡыҙыҡ булды. Шул турала уҡыйым, һәр яңылыҡты өйрәнәм. Бер ниндәй ҙә курсҡа йөрөмәнем, бөтәһен дә үҙем өйрәндем. Армияға алдылар, артиллерия разведкаһына. Унда был шөғөл онотолоп торҙо”, – тип һөйләгән ул.
Программалауҙы яҡшы үҙләштергән егет белемен яҡшыға файҙаланмай, ә кешеләрҙең банк картаһынан ҙур булмаған сумманан алып 20-30 меңгә тиклем аҡса урлау менән шөғөлләнә. Шулай итеп, ул 430 мең һум сәлдергән. Урланған аҡсаны йыймаған да, файҙалы шөғөлгә лә тотонмаған, ә күңел асыу сараларына туҙҙырған. Уның һөйләүе буйынса, мут әҙәмдәргә урлашырға ярҙам итерлек күп программалар һәм вирустар бар.
Хәҙер төрмәлә егеттең "һөнәр”енән ял итергә, намыҫ тураһында уйланырға ваҡыты булыр һәм яман ҡылығынан ваз кисер тип ышанғы килә.
Читайте нас