Һуңғы осорҙа йорт һәм ҡырағай хайуандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һаны артып китте.
Кисә Учалыла ла ат менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Ҡунаҡбай ауылы эргәһендә “Мерседес” автомобиле атҡа барып бәрелгән. Аварияға шаһит булыусылар әйтеүенсә, ҡарауһыҙ йөрөгән мал сабып юлға килеп сыға. Бәхеткә күрә, водитель зыян күрмәгән, ә меҫкен ат шунда уҡ йән биргән.
Законға ярашлы, вайымһыҙ ат хужаһына зыян күргән ҡиммәтле сит ил машинаһын ремонтларға тура киләсәк. Етмәһә, аттан да ҡолаҡ ҡаҡты.